Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Октябрь , 19:57

Күп сирҙәрҙән һаҡланыу сараһы

Бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай.

Күп сирҙәрҙән һаҡланыу сараһы
Күп сирҙәрҙән һаҡланыу сараһы

Әремдән төнәтмә яһап эсеү күп сирҙәрҙән һаҡланыу сараһы булып тора. Был файҙалы төнәтмәне әҙерләү өсөн күп нәмә кәрәкмәй: Бының өсөн бер литрлыҡ банкаға йәки термосҡа бер аш ҡалағы әрем һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә көн дауамында яртышар стакандан ашар алдынан ярты сәғәт алда эсергә. Әрем – бик көслө үлән. Һау-сәләмәт кешеләргә лә төнәтмәне 14 көндән артыҡ эсмәҫкә кәңәш ителә.

Миҙгел сирҙәре ваҡытында тымау йәки температура билдәләре һиҙелеү менән тамаҡ төбөн, танауҙы әрем һалып ҡайнатылған һыу менән сайҡата башлағыҙ. Быны, сирләмәгән осраҡта ла, профилактика өсөн башҡарарырға мөмкин. Көн һайын әрем һыуы әҙерләү мәшәҡәтле тойолһа, дарыухананан әҙер эфир майы һатып алығыҙ.

Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла.

Үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_18518  

Автор:
Читайте нас: