Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Октябрь , 19:24

Ауырыу төпкә төшөп китмәҫ элек ярҙам иткән бер ысул

Вирус эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың хәҙер. Әле генә мыршылдай инең, кискә температураң күтәрелә.

Ауырыу төпкә төшөп китмәҫ элек ярҙам иткән бер ысул
Ауырыу төпкә төшөп китмәҫ элек ярҙам иткән бер ысул

Вирус эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың хәҙер. Әле генә мыршылдай инең, кискә температураң күтәрелә. Ауырыу төпкә төшөп китмәҫ элек ярҙам иткән бер ысул бар. Уны шунда уҡ ҡулланырға кәрәк һәм һеҙ аҙна – ун көнгә аяҡтан йығылыуҙы белмәйәсәкһегеҙ ҙә. Был рецепт менән себерҙә йәшәгән инәй минең менән уртаҡлашты.

Шулай итеп, ҡыҙыл көртмәле (брусника) йәки мүк еләген (клюква) 5 – 6 аш ҡалағы һалабыҙ ҙа өҫтөнә эҫе һыу ҡоябыҙ. Ашҡаҙанына зарланмағандарға ҡырылған имбирь өҫтәргә мөмкин. Бер аш ҡалағы самаһы. Бынан эсемлек тағы көсәйәсәк. Термостағы сәйебеҙ йылы булғас уға бер аҙ бал өҫтәйбьеҙ (өҫтәмәһәң дә була) һәм уны йыш-йыш эсәбеҙ. Ауырый башлағанда ғына эсһәң, иртәнсәккә ауырыу ҡул менән һыпырып алынғандай була. Әйткәндәй, мин был еләктәрҙең икеһен ҡушып эшләнем. Улай бигерәк шәп. Был еләктәр һауыҡтырып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты ла нығыта. Икеһе лә ла маркеттарҙа туңдырып һатыла. Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтарым!

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_18552 

Автор:
Читайте нас: