Даирә
+24 °С
Дождь
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентября 2024, 17:20

Варикоздан

Иң яҡшыһы – уны төнгөлөккә ябыу.

ВарикозданВарикоздан
Варикоздан

Варикоздан
Ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ауыртҡан урынға ябып, полиэтилен менән уратып, нығытып бәйләп ҡуйырға мөмкин. Иң яҡшыһы – уны төнгөлөккә ябыу.

📎Тағы ла бер дауалау ысулы бар. Уның өсөн 200 мл зәйтүн майы, 100 г балауыҙ, 100 г ылыҫлы ағас сайыры (ҡарағай, шыршы, кедр һ.б.) алырға. Сайыр ҡоро булһа, уны он хәленә килгәнсе онтарға. Барыһын бергә кәстрүлгә һалып, 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, 10 минут болғата-болғата бешерергә. Тағы 1 – 2 г прополис өҫтәп, 10 минут ҡайнатырға. Туҡтауһыҙ болғатып торорға онотмағыҙ.

Уттан алғас, һыуытырға һәм, быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо май менән аяҡтың тамырҙары бүртеп торған урындарын яҡшы итеп ыуырға. Зәйтүн майы булмаһа, уны сусҡаның эс майы йәки яңы ғына бешелгән һәм тоҙланмаған һыйыр майы менән алмаштырырға мөмкин.

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_16007 

Автор:
Читайте нас