Күңел ҡушыуы буйынса
Медицина белгестәрен ауылдарға йәлеп итеү йәһәтенән эштәр дауам итә. “Ауыл табибы” республика программаһы сиктәрендә төрлө тармаҡ табиптары эшкә килә. Программаның төп маҡсаты – ауылдарҙағы медицина ойошмаларын табиптар менән тәьмин итеү. Был программа буйынса Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының байтаҡ изге һөнәр эйәләре сертификаттарға эйә булды.
Ауыл белгестәренә ярҙам программаһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған йәш белгес Артур Чернов табип-рентгенолог булып уҙған йыл эшкә ҡайта. Тыумышы менән Артур Сергеевич Ҡырмыҫҡалы ауылынан. Ул бала сағынан кешеләрҙе дауаларға хыяллана. Медицина юлынан китеүенә, бәлки, үҙәк район дауаханаһында балалар стоматологы булып эшләгән әсәһе лә сәбәпсе булғандыр...
Артур Чернов район үҙәгенең 2-се мәктәбен тамамлағас, бер нисә юғары уҡыу йортона документтарын тапшыра. Шулай ҙа улар араһынан күңел төпкөлөндә йөрөткән медицина юлын һайлап, БДМУ-ның педиатрия тармағы студенты булып китә. Егет үҙ алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай, тырышып белем эстәй. Артабан рентгенология белгеслеге буйынса ординатура тамамлай.
Йәш белгес табип-рентгенолог булып тыуған районына эшкә ҡайтыуына ҡәнәғәт. Сөнки уның хеҙмәте ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Медицина хеҙмәткәре ауылда нығынһын өсөн, тормошон мөмкин тиклем уңайлы итергә кәрәк. Башҡортостанда кадрҙар йәлеп итеү өсөн программалар эшләй. «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Дефицитлы һөнәрҙәр» кеүек проекттар хеҙмәткәрҙәргә компенсация түләүҙәрен алырға мөмкинлек бирә.
Алина ИГНАТЬЕВА, район үҙәк дауаханаһының поликлиника мөдире:
- Йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итерҙәй программаларҙың булыуы һөйөнөслө. Республикала “Ауыл табибы” программаһының эшләп килеүе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр йәлеп итеүгә ыңғай үҙгәрештәр индерә. Программа шарттары буйынса белгес матди ярҙам алыр өсөн дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Был йылдар эсендә табип район мәнфәғәтенә файҙа ла килтерә, тәжрибә лә туплай.
Фәниә Сәлимгәрәева