+24 °С
Ямғыр
Бесән - быуындар һыҙлағандан дауа
Бесәнлектәге ҡышҡы байлыҡ бер аҙ йоҡарып китһә лә, уның сәскәһе генә ҡойолоп, дарыу үләне яһалып ята. Уны әрәм итмәйбеҙ.
1 кг бесән онона 1 силәк һыу һалып, 30 минут ҡайнатабыҙ ҙа, шунан, 30-40 минут төнәткәс, марля аша һөҙәбеҙ. Төнәтмәне ҡайнар һыулы ваннаға һалабыҙ.
Бик ныҡ тирләгәнсе ваннала ултырырға кәрәк. Ваннанан һуң быуындарҙы ҡоро сепрәк менән һөртөп, йылы әйбер менән бәйләргә һәм йоҡларға ятырға кәрәк.

Йөрәк ауырыулы кешеләргә бесән оно төнәтмәһенән яһалған ваннаны ҡулланырға ярамай.