- Һөт продукттары. Уларҙа май бик күп, организмда был ялҡынһыныу килтереп сығарырға мөмкин. Бынан тыш, «һөт» күҙәнәктәрҙе төҙөү процесына насар йоғонто яһай.
- Тоҙло продукттар. Тоҙ кешенең йөрәгенә зыян һала, ҡан баҫымын күтәрә. Бынан тыш, тоҙ баш мейеһенең когнитив функцияларын кәметеүгә бәйле.
- Кофе. Көнөнә алты сынаяҡ ҡәһүә эсһәң, деменция ҡурҡынысы 53 процентка арта. Ә бына ҙур булмаған күләмдә кофе ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫеш ҡурҡыныстарын кәметеүгә ярҙам итә.
- Тәмләткестәр. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары һәм деменция менән бәйле ҡурҡыныстарҙы етди арттыра.
https://kungak.ru/news/auly-a-lau/2024-09-08/alimdar-aktiv-olo-ayyu-protsessyna-nisek-produkttar-yo-onto-ya-auyn-asy-la-andar-3918976
Фото Р.Назаровой