- Венера, һеҙ нисек массажист булып киттегеҙ һәм ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
– Массаж ярҙамында тәнгә булышлыҡ итеү, уны дауалау мине бәләкәй сағымда уҡ ҡыҙыҡһындыра торғайны. Яҡындарыма массаж эшләгәндән һуң, улар мине маҡтап, ҡеүәтләп ебәрәләр ине.
– Был һөнәргә һөйөү ҡайҙан килә?
– Бәлки, быуындан-быуынға тапшырылғандыр, тип уйлайым. Бармаҡтарымдың һиҙемләү һәләте бар.
Шулай яҡындарыма, хеҙмәттәштәремә эшләп тәжрибә туплай торғас, үҙемдең массаж кабинетын асырға тигән теләгем барлыҡҡа килде. Оҙаҡ уйлап торманым, Өфөләге массаж курсын тамамлап ҡайттым һәм район үҙәгендә урынлашҡан биналарҙың береһенән ҡуртымға бүлмә алып, массаж кабинетын булдырҙым. Әлхәмдүллиләһ, шулай итеп, хыялымды бойомға ашырҙым.
- Һөнәрегеҙҙә иң оҡшағаны нимә?
– Һөнәремдең иң оҡшаған сифаты, минең өсөн, әлбиттә, ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар менән килгән кешеләргә ярҙам итә алыуым. Клиенттарымдың массаждан һуң һау-сәләмәт кешегә әйләнеп ҡайтып китеүе – минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш! Эшемдең тағы бер төрө – ул халыҡ медицинаһы алымдары менән дауалау.
- Үҙегеҙ ҡулланған массаж төрҙәре тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Иң беренсе, эсте күтәреү (һылау). Медицина телендә әйткәндә, висцераль массаж. Шунан быуындарҙы урынына ултыртыу, баш мейеһен ҡағыу һәм башҡа киң таралған ысулдарҙы ҡулланам.
Ғөмүмән, мин үҙемдең ҡулымды тик “инструмент” тип һанайым, сөнки үҙемдең белгән эшемде эшләп, доға ҡылып, ҡалғанын Аллаһы Тәғәләгә тапшырып ҡуям. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ҡасан теләй шунда, шифаһын бирер ин шәә Аллаһ.
- Венера Юнир ҡыҙы, һеҙҙең республикала үткәрелгән төрлө сараларҙа ла ҡатнашыуығыҙ хаҡында ла беләбеҙ.
- Эйе, бер нисә йыл рәттән Әбйәлил, Баймаҡ райондарында уҙғарылған “Ер ҡото” халыҡ дауалаусылары фестивалендә ҡатнаштым. Унда үҙем кеүек халыҡ дауалаусылары менән бергә кешеләрҙе дауаланым һәм сертификаттарға эйә булдым.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Әйтер һүҙем шул: массажсыларҙың да төрлөһө була, кешеләрҙең арҡаһынан атлап үтеп, нервыларын ҡыҫҡан осраҡтар ҙа бар. Шуға бармаҡтары менән диагностика эшләй, кәрәкле өлөштәргә баҫып, организмдағы резервтарҙы уята белгән массажсыларға ғына йөрөгөҙ. Массаж – етди һәм көслө дауалау терапияһы, һау-сәләмәт булығыҙ!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Венера. Һеҙҙең массаж кабинеты ҡайҙа урынлашҡан?
- Массаж эшләтергә теләүселәрҙе Ҡырмыҫҡалы ауылы, Хоҙайбирҙин урамы, 8 адресы буйынса көтөп ҡалам. Бәйләнеш өсөн телефон: 7 986 972-37-55 (ватсап).
Гөлсәсәк Аласова.
Альбина Әхмәтдинова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Венеранан арҡама массаж яһаттым. Ҡулдары бик йомшаҡ, еренә еткереп яһай. Клиенттарҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә ала, бик ҡәнәғәт ҡалдым.
Зәлиә Камил ҡыҙы: - Венераның ҡулдары ысынлап та, бик шифалы. Оҙаҡ йылдар аяҡ-ҡулдарым ауыртҡандан һуң уға массажға йөрөй башланым, һәм яйлап был һыҙланыуҙарым юҡҡа сыҡты.
Һәр сеанстан һуң үҙемдә еңеллек тоя башланым. Ул бик аралашыусан, ихлас, ярҙамсыл кеше. Уның кәңәштәрен тотоп, туҡланыуыма ла үҙгәрештәр индерҙем. Сәләмәтлегемә шундай ыңғай йоғонто яһағаны өсөн Венераға ҙур рәхмәт, эшендә уңыштар юлдаш булһын.