Даирә
+24 °С
Дождь
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Августа 2024, 09:16

Яңы мөмкинлектәр асыла

Ошо көндәрҙә район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә беренсе тапҡыр үт ташы ауырыуы буйынса лапароскопик операция яһалды.

Яңы мөмкинлектәр асылаЯңы мөмкинлектәр асыла
Яңы мөмкинлектәр асыла

Яңы мөмкинлектәр асыла

Ошо көндәрҙә район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә беренсе тапҡыр үт ташы ауырыуы буйынса лапароскопик операция яһалды.

Был учреждениены “Eleps” фир­маһының Рәсәйҙә етештерелгән за­манса эндовидехирургия стойкаһы менән йыһазландырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Уҙған йыл аҙағында дауаханала был ҡоролма “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проекты буйынса урынлашты­рылғайны. Хирургияла аҙ инвазив тех­нологиялар операцияларҙы ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына инеү өсөн ҙур киҫеүҙәрһеҙ, минималь тишектәр менән башҡарырға мөмкинлек бирә.

Тәүге операцияны юғары катего­риялы табип-хируг Александр Петров, операция шәфҡәт туташы Светлана Әхтәрйәнова үткәрҙе. Операцияла шулай уҡ район үҙәк дауаханаһы та­биптары: табип-анестезиологтар Ва­лерий Буйлов һәм Рим Шәйхисламов, шәфҡәт туташы-анестезиолог Рәсимә Усманова ҡатнашты.

- Район үҙәк дауаханаһының хи­рургия бүлегенә ошондай заманса ап­парат ҡайтыуына бик шатбыҙ. Уның ярҙамында ҡатмарлы операцияларҙы ла еңел үткәреп булыр һәм хирургта­рыбыҙҙың да эше еңеләйер, тип өмөт­ләнәбеҙ, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылынан Фәриҙә Ҡасимова.

Район үҙәк дауаханаһында эшләй башлаған һәм әлеге ысулды ҡулланыу тәжрибәһе булған хирургия бригадаһы­ның төп бурысы – хеҙмәттәштәренә яңы эндоскопик ҡоролмаларҙың мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм уны көндәлек тәжрибәлә ҡулланыу. Ла­пароскопик методика, алдынғы тех­нологияларҙы ҡулланып, хирургияла имгәнеүҙе кәметергә һәм пациенттың операция өҫтәлендә һәм стационарҙа булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкин­лек бирә.

 

 

 Быйыл ғына Башҡортостанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөшө, туғыҙ медици­на ойошмаһында капиталь ремонт, 130-ҙан ашыу тиҙ күтәрелә торған модулле конструкцияны һатып алыу һәм ҡуйыу, дүрт меңдән ашыу медицина ҡорамалын һәм 206 берәмек транспорт һатып алыу

планлаштырылған.

Әйткәндәй, был мил­ли проектты тормошҡа ашырыу – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың айырым иғтибар

үҙәгендә.

 

 

 Азамат ҒӘЛИЕВ, район үҙәк дауаханаһының баш табибы:

- Был тарихи ваҡиға, элек район дауаханаһында бындай операциялар яһалғаны юҡ ине. «Eleps» лапароскоп аппаратын алыу мөмкинлеге беҙҙең өсөн бик мөһим булды. Был операци­ялар спектрын һәм кимәлен киңәйтә, күләмле асыҡ операцияларҙан ситкә китергә мөмкинлек бирә һәм паци­енттың стационарҙа булыу ваҡытын ҡыҫҡарта һәм уның һауығыу ваҡы­тын тиҙләтә.

Автор:
Читайте нас