+24 °С
Ямғыр
Аяҡтар тирләүсән булғанда имән ҡайыры төнәтмәһе менән йыуыу ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн ике стакан һыуға дүрт ҡалаҡ ваҡланған ҡайыр һалып, ике минут ҡайнатырға. Һыуынған төнәтмә менән кистән аяҡтарҙы йыуып ятырға кәрәк. Бер аҙ унда аяҡтарҙы тығып, ултырып торорға ла була. Өйҙә ултырғанда ойоҡбаш эсенә бер семтем ваҡланған ҡайыр һалып кейеү ҙә ярҙам итәсәк.
Урт, ауыҙ ҡыуышлығы ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайырға бер стакан һыу һалып, әкрен генә утта ҡайнатырға кәрәк. Һыуынғас, уны һөҙөп алып, ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк. Был төнәтмәне бешкән урындарға һөртөү ҙә файҙалы.