Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлылығы күпме?

Башҡортостан “Өлкән быуын” федераль программаһына индерелгән тәүге ете төбәк исемлегендә.     

Беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлылығы күпме?
Беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлылығы күпме?

Башҡортостан “Өлкән быуын” федераль программаһына индерелгән тәүге ете төбәк исемлегендә. Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография“ милли проектына (национальный проект “Демография“) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, төбәктә өлкәндәр менән эшләүҙә төп иғтибар хроник сирҙәрҙе иҫкәртеүгә һәм халыҡтың үҙ һаулығын ҡайғыртыуға әүҙемлеген арттырыуға бирелә.

“Был осраҡта профилактик медицина күҙәтеүҙәре, диспансерлаштырыу иң мөһим саралар булып тора”, – ти министр.

Ул билдәләгәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән индерелгән “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһына ярашлы, стационар һәм амбулатор режимда гериатрҙар дауалаған өлкән кешеләр һаны арта бара. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, мәҫәлән, уларҙың һаны поликлиникаларҙа 55 меңдән ашыу һәм стационарҙарҙа биш меңдән ашыу тәшкил итте. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлылығы 73 йәшкә етте.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: