Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дегәнәк быуындар һыҙлауын баҫа

Йәйгеһен һыҙлаған быуындарҙы дегәнәк япрағы менән урарға була. Был осраҡта йомшаҡ яғын тирегә ҡуйырға кәңәш ителә.    

Дегәнәк быуындар һыҙлауын баҫа
Дегәнәк быуындар һыҙлауын баҫа

 Шулай уҡ  4 – 5 ҡалаҡ ваҡланған  дегәнәк тамырын бер биҙрә һыуға һалып  ҡайнатып сығарырға һәм  бер аҙ һыуынғанын көтөргә. Дүрткә бөкләнгән простыняны йылы төнәтмәгә манып алып, һыуын бер аҙ һығырға һәм ауырыуҙы шуға ныҡ итеп төрөргә. Простыня уның тәнен ҡултыҡ аҫтынан алып шайтан ашығына тиклем ҡапларға тейеш.  Аяҡтар бер-береһенә ҡағылмаһын өсөн аяҡтар араһына ла простыняның бер өлөшөн ҡалдырырға. Һуңынан ауырыуҙы шулай итеп ҡоро простыня һәм одеял менән уратырға һәм 1,5 – 2 сәғәткә ҡалдырырға. Йоҡлаһа, простыняларҙы һуңынан да сисергә мөмкин. Был дауалау ысулын тәүлегенә бер тапҡыр ҡулланырға ярай. Иң яҡшыһы – төнгөлөккә эшләргә. Алты көндән бер тәүлек ял иттереп алырға онотмағыҙ.  Дауалау курсы 2 – 3 аҙнаға иҫәпләнгән.

Дегәнәк тамырынан май әҙерләп, уны эҫе мунсала ҡулланырға була. Бының өсөн 4 ҡалаҡ дегәнәк тамырына 4 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яртыһы ҡалғансы тиклем парҙа тоторға. Һуңынан әҙер төнәтмәгә 1:4 нисбәтендә аҡ май ҡушып бутарға.   

Тейешле һөҙөмтә булһын өсөн үләндәр менән күпме дауаланырға? Күптәрҙе ошо һорау ҡыҙыҡһындыралыр.   Рецептта аныҡ ҡына ваҡыты күрһәтелмәһә, бер-ике ай ҡулланырға мөмкин. Әммә һөҙөмтә булһын өсөн дауаланыу курсын күпмелер ваҡыттан һуң йәнә ҡабатларға  тура килеүе лә ихтимал.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:
Читайте нас: