Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Менъяпраҡ ҡанды туҡтата

Меңъяпраҡ күҙ асып йомғансы  ҡан ағыуын туҡтата, тонусты күтәрә, шунлыҡтан уға “һалдат  үләне” тигән исем биргәндәр. 

Менъяпраҡ  ҡанды туҡтата
Менъяпраҡ ҡанды туҡтата

 

 Медицинала ла  ҡан ағышын туҡтатырға кәрәк булғанда,  асыҡ сей яраны, бауыр һәм бөйөр эшмәкәрлеге боҙолғанда, энурезды, аденоманы, гайморитты һәм тымауҙы дауалағанда файҙаланалар.

Был үләндән әҙерләнгән ванналар  тынысландыра, тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуып сығара, нервы системаһын нығыта, яраларҙы бөтәштерә. Шулай уҡ тән тартышҡанда, тире ауырыуҙарынан файҙаланыла.  Борон бит тиреһе шыма һәм йомшаҡ булһын өсөн  әлеге үҫемлек төнәтмәһе менән йыуынғандар.

Меңъяпраҡтың химик составы бик бай.  Унда флавонидтар, ҡан ойошоуына булышлыҡ итеүсе алколоидтар, организмға эләккәс, үҫеш өсөн кәрәкле А витаминына әүерелеүсе каротин, аминокислоталар, органик кислоталар, С, К витамины,  эфир майҙары, микроэлементтар күп.

Файҙалы үҙенсәлектәре

Дауалау сараһы булараҡ, йәрәхәттәрҙе зарарһыҙландырыу һәләте менән халыҡ медицинаһында айырыуса ныҡ баһалана. Тап шуның өсөн Суворов армияһының һәр һалдаты шәхси аптечкаһында меңъяпраҡтың ҡоро онтағын йөрөтөргә тейеш булған. Ә үләндең төнәтмәләре иһә елһенеү процестарын туҡтатыу өсөн ҡулланыла.

Меңъяпраҡ эске һәм тышҡы ҡан ағышын туҡтата ала. Шуға күрә уны танау, теш ҡанағанда, төрлө тән өлөштәре һыҙырылғанда, ҡырҡылғанда ҡулланалар. Йыш ҡына ҡайнатылған үлән төнәтмәһен бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙың ҡанын туҡтатыу өсөн файҙаланалар. 

Киҙеүҙән, һалҡын тейеп ауырығанда ла  меңъяпраҡ организмдың көсөн нығытып, тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә.  Бынан тыш, шифалы үҫемлек  аш эшкәртеү системаһы эшмәкәрлеге өсөн дә файҙалы. Ашты тиҙерәк һеңдереүгә булышлыҡ итә, эсәктәрҙең йомшаҡ мускулатураһына ыңғай йоғонто яһай.    Уны төрлө инфекцияны, дизентерияны, эс ауыртыуҙы дауалауҙа ла уңышлы ҡулланалар. Антисептик үҙенсәлектәре гастрит, энтерит, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын, асыҡ сей яраларҙы дауаларға ярҙам итә. 

Меңъяпраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары  системаһы өсөн дә яҡшы, ҡан әйләнешен яҡшыртып, юғары  ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә.   Диетологтар иһә ябығырға теләүселәргә  меңъяпраҡ, аҡсәскә һәм әнис төнәтмәһен эсергә ҡуша. 

Ҡасан һәм нисек ҡулланырға?

Меңъяпраҡтың яңы һығылған һутын, ҡайнатылған һәм спиртта әҙерләнгән төнәтмәһен файҙаланырға мөмкин.

  Һуты менән  ҡырҡылған урындағы ҡанды туҡтатырға була. Уны анемиянан, шулай уҡ бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүҙе профилактикалау өсөн эсергә ҡушалар. Һутына бер аҙ бал ҡушып эсһәң, аппетитты күтәрә. Ә инде 1х10 нисбәтендә зәйтүн майы менән ҡушҡанда, фурункулды дауалау өсөн  шифалы май булыр.

Йөрәк аритмияһынан 25 – 30 тамсы меңъяпраҡ һутын 25 – 30 тамсы бөтнөк үләне һутына ҡушып эсәләр.

Ҡатын-ҡыҙҙың бала ятҡылығында ҡан ағышын туҡтатыу өсөн 2 балғалаҡ меңъяпраҡ үләне онтағына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Һыуынғандан һуң һөҙөп алып, көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә кәрәк.

Ҡайнатып әҙерләнгән төнәтмәһе иһә хроник гастриттан, язванан һәм башҡа ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан ярҙам итә. Бының өсөн бер балғалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар  һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта тоторға. Һуңынан тағы 20 минут төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: