Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ашҡаҙанды дауалай торған май эшләйек

Был үләндәрҙән эшләнгән май ашҡаҙанды ялмап алыр, ә ҡара икмәк ашҡаҙан һутын эшкәртеп сығарырға булышлыҡ итер.    

Ашҡаҙанды дауалай торған май эшләйек
Ашҡаҙанды дауалай торған май эшләйек

Шифалы майҙы эшләү өсөн 200 грамм бүлмә температураһындағы май, бер балғалаҡ меңъяпраҡ үләне, бер балғалаҡ һары мәтрүшкә, бер аш ҡалағы календула сәскәләре кәрәк була.

Үрҙә һаналып үткән үләндәрҙе ҡәһүә онтағыс аша йә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Әҙер порошокты аҡ май менән бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә хуш еҫле үләнле май килеп сығасаҡ.

Артабан был майҙы ҡара икмәккә (ике шырпы ҡабы ҙурлыҡтағы булһын) яғып, ашарҙан ярты сәғәт алда оҙаҡ итеп сәйнәй-сәйнәй йоторға кәңәш ителә.

Был бутерброд ауыртҡан ашҡаҙанға ысын мәғәнәһендә шифа булып тора. Һаналып үтелгән үләндәрҙән эшләнгән май ашҡаҙанды ялмап алыр, ә ҡара икмәк ашҡаҙан һутын эшкәртеп сығарырға булышлыҡ итер.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Һәнәк" журналы.

Автор:
Читайте нас: