Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бауыр өсөн бик файҙалы

Хәлһеҙлек, энергия етмәй, баш әйләнә, ҡоҫҡо килә, аш эшкәртеү менән проблемалар, тәнгә төрлө һытҡылар сыға... Нисек ҡотолорға?

Бауыр өсөн бик файҙалы
Бауыр өсөн бик файҙалы

Бауыр бик һиҙгер орган. Хәлһеҙлек, энергия етмәй, баш әйләнә, ҡоҫҡо килә, аш эшкәртеү менән проблемалар, тәнгә төрлө һытҡылар сыға. Быларҙың барыһы ла бауыр менән проблема булыуы тураһында һөйләй.

Өй шарттарында бауырҙы бөтнөк-лимонлы эсемлек ярҙамында таҙартып була! Ул шунда уҡ организмдың торошон яҡшырта һәм бауырҙан токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә. Етмәһә, ул бик тәмле!

ИНГРЕДИЕНТТАР

Бер ус яңы бөтнөк япраҡтары

1 лимон һуты

1 әфлисун һуты

1 литр һыу

3 аш ҡалағы бал.

Әҙерләү:

Һыуҙы тәрән металл мискәгә һалығыҙ һәм плитәлә йылытығыҙ.

Йыуылған япраҡтарҙы һыуға ҡушып, биш минут буйына еңелсә утта бешерегеҙ.Һыуҙы уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытығыҙ. Һыуға бер лимон һуты, бер әфлисун һуты һәм бал өҫтәргә, барыһын да һәйбәт итеп бутарға.

Эсемлекте һөҙөгөҙ һәм дауалау сараһы ҡулланыуға әҙер!

Был тәмле эсемлек төрлө ағыуланыу осраҡтарында ла ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлына яҡшы йоғонто яһай. Эҫелә һыуһауҙы бына тигән ҡәнәғәтләндерә! Бауырҙы таҙартыу процестарын башлар өсөн көнөнә 1 стакан бындай эсемлекте ҡабул итеү ҙә етә.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: