Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Июндә йыйып ҡалығыҙ!

Халыҡ медицинаһында бәпкә үләне менән ҡайын еләге ниндәй маҡсаттарҙа ҡулланыла? Уларҙан төнәтмәләрҙе нисек әҙерләргә? Кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

Июндә йыйып ҡалығыҙ!
Июндә йыйып ҡалығыҙ!
Ул юл буйҙарында ергә "ятып" үҫә. Йәй буйы атҡан сәскәләре күренер-күренмәҫ кенә, аҡһыл-йәшкелт төҫтә, бик ваҡ. Дарыу сифатында июнь башында үләнен йыялар. Халыҡ медицинаһында ул ҡан туҡтатыу, ҡан тамырҙарын нығытыу, бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ашҡаҙандан, аналыҡтан, эсәклектән ҡан киткәндә шифаһы бар. Матдәләр алмашыныуын көйләү маҡсатында, диабет булғанда ла ҡулланыла. Көслө стрестан һуң тынысланыуға булыша. Елкенһенеүҙе баҫыу үҙенсәлеге бөйөрҙәрҙәге һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙы сығарырға ярҙам итә. Экзема, нейродермит, псориаз булғанда ҡулланыла. Әҙерләү ысулы: 20 грамм ваҡланған үләнде эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған 200 мл һыу ҡоялар һәм, ҡапҡас менән ҡаплап, 15 минут "һыу мунсаһы"нда ҡайнаталар. Уттан алып, 45 минут төнәткәс, ашар алдынан көнгә 3-4 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәләр. Ауырлы ханымдарға ҡулланырға ярамай!


Ҡайын еләге


Дарыу сифатында уның япраҡтарын һәм еләктәрен йыялар. Япраҡтарҙы еләк сәскә атҡан осорҙа йыйып өлгөрөргә кәрәк. Ҡайын еләге япрағы төнәтмәһендә С витамины күп. Уны ҡан тамырҙарын киңәйтеү, йөрәк ритмын яйға һалыу өсөн ҡулланалар. Ул шулай уҡ стоматит, гингивит, ангинаны дауаларға, ауыҙҙан килгән насар еҫте бөтөрөргә булыша. Бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлеге лә бар. Еләген иһә өлгөргәс йыялар. Яңы һығылған һуты (көнгә 4-6 аш ҡалағы) ҡандағы шәкәрҙе кәметә, диабеттан шифаһы бар. Халыҡ медицинаһында ҡайын еләген аҙ ҡанлылыҡты, гастритты, ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәтен дауалау, үт юлындағы, бөйөрҙәге таштарҙы иретеү, йөрәккә илткән ҡан тамырҙары атеросклерозы, юғары ҡан баҫымы, остеохондроз булғанда ҡулланалар. Ул хәл индерә, йонсоғанды бөтөрә. Әммә ҡайын еләге ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Шуға ла бик һаҡ булырға, тәнгә тимгелдәр сығып, ҡысыныу башланһа, ҡулланыуҙы туҡтатып, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Ҡайын еләге япрағынан төнәтмә әҙерләү: 20 грамм ваҡланған үләнгә 200 мл ҡайнап торған һыу ҡойоп, 5-10 минут ҡайнаталар. Ике сәғәт төнәткәс, һөҙәләр. Көнгә 3-4 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәләр.
 
Һәр осраҡта ла иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мөһим. Сәләмәт булайыҡ!

Фото: twitter.com
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: