Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа

Уның шифалы ҡулдары күптәргә ярҙам иткән, бетеүҙәре яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Инәй беҙҙе лә тел-теш ҡырҡыу име менән яҡындан таныштырҙы.     

Ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа
Ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә Иҫәндәүләтова ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа, әрмегә йыйынған егеттәргә бетеүҙәр яҙып бирә, имләй. Унан беҙ ҙә тел-теш ҡырҡыу серен уртаҡлашыуын үтендек.

Әйткәндәй, күптәр шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡҡа осраһа йәки эшендә ауырлыҡтар килһә, йыш сирләһә йә бер туҡтамай башы ауыртһа, имсе инәйҙәргә барырға мәжбүр була. Шулай уҡ кеше тура­һында төрлө ғәйбәт таратһалар, уны юҡҡа рәнйетһәләр, ул туҡтауһыҙ иҫнәй, йыш ауырый башлай. Хәле бөтә, ашағыһы килмәй, бер эшкә лә күңеле төшмәй, йоҡо баҫа. Ҡайһы бер осраҡта уның менән бергә башҡа ғаилә ағзалары ла, хатта малы ла ауырый. Тап шундай хәлгә тарыусыларға тел-теш ҡырҡтырырға кәрәк тә инде.

Бөгөн был эште теүәл һәм дөрөҫ итеп башҡарыусылар бик аҙ, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә тел-теш ҡырҡыу йәки тел-теш төйөүҙе белмәйҙәр ҙә. Ҡот ҡойоу, имләү, тел-теш ҡырҡыу кеүек халҡыбыҙ­ҙың борондан килгән һауыҡтырыу алымдары киң ҡулланылған. Бындай ырымды башҡарыусыларға тылсым көсө, ғәҙәттә, нәҫелдән күсә. Бала саҡтан әсәһенән күреп үҫкән Фәрхәнә Мират ҡыҙына ла дауалау-өшкөрөү һәләте нәҫелдән бирелгән. Уның шифалы ҡулдары күптәргә ярҙам иткән, бетеүҙәре яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Инәй беҙҙе лә тел-теш ҡырҡыу име менән яҡындан таныштырҙы.

– Элек-электән тел-теш бетеүе кешенең һәм мал-тыуарҙың һаулығына булышлыҡ итә, яман уйлы әҙәмдең күҙ тейеүенән һаҡлай тип һаналған. Уны бик ҡырҡып та бармағандар, сөнки имсегә ярҙам һорап килеүсенең дә, яман уйлы кешеләрҙең дә гонаһын үҙенә күтәреп йөрөргә тура килгән. Епте кемдер күҙенең төҫөнә тап килгәненә өҫтөнлөк бирһә, икенселәре сағыуыраҡтарҙы хуп күрә. Артабан үлсәп алынған епте 41 төйөнгә төйнәйһең. Һәр береһен доғалар уҡып, өрөп төйнәргә кәрәк. 41 төйөнлө бау әҙер булғас, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡаһың, һәр төйөндө ҡырҡыр алдынан шундай һүҙ әйтелә:

Имләтеүсе: Ни ҡырҡаһың?

Имсе: Тел-теш ҡырҡам.

Был йоланы башҡарыусы мот­лаҡ биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа тейеш, имде ысын күңелдән башҡа­рырға кәрәк, – ти Фәрхәнә инәй.

Һәр төйөн шулай ҡырҡып сығылғас, аҙаҡ бөтә ептәр бер ҡағыҙға төрөлөп, тағы ла доға уҡылып, хужаһына тапшырыла. Был тел-теште ул үҙенең йортоноң иң тышҡы тупһаһының тәүге баҫҡысының аҫтына (ергә күмергә лә мөмкин) һалып ҡуйырға тейеш. Бетеү шунда ятып, сереп юҡҡа сыға.

Шулай уҡ тел-теш бетеүенең икенсе төрө – ул кешенең һул ҡулына бәйләнгән еп. Бындай бетеү төрлө ауырыу-зәхмәттән, күҙ тейеүҙән, төрлө рәнйеүҙәрҙән, кеше һүҙенән һаҡлай тип иҫәпләнә. Фәрхәнә инәйебеҙ уныһын да беҙгә эшләп күрһәтте.

– Тел-теш ҡырҡыуҙың бындай төрө яҙылмаған, епкә өрөп, төйөлгән бетеү тип атала. Был осраҡта ете төйөн төйнәлә, шулай уҡ һәр береһен доға менән өшкөрөп төйнәйһең. Бындай бетеү имләтеү­сенең эшен ыңғайлата, яуыз уйлы кешеләрҙең уға ҡарата юлын тотҡарлай, уны һөйләүселәрҙең телен тотлоҡтора, – ти имсе.

Күптәр, бигерәк тә дин тотоусылар тел-теш ҡырҡтырыуға кире мөнәсәбәттә, әммә халҡыбыҙҙың борондан килгән им-томон, ырымдарын бөгөнгә тиклем һаҡлаусы­ларҙың, уларға әле булһа ярҙам һорап килеүселәрҙең булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Ә инде атламай ултырған баланың тышауын нисек ҡырҡыу тураһында киләһе яҙмаларҙың береһендә таныштырырбыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: