+24 °С
Ямғыр
Тубыҡ-терһәктәрем һыҙлағанда миңә һәр саҡ әрем йәймәһе ярҙам итә. Хәҙер улар бик күп, рәхәтләнеп дауаланырға була.
Ике аш ҡалағы әремде ныҡлап ваҡлағыҙ (ҡороһон төйөгөҙ) һәм уға 1 сәй ҡалағы үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы он, 2 сәй ҡалағы бал һәм 1 сәй ҡалағы камфара майы өҫтәп йәймә эшләгеҙ. Уны һыҙлаған быуындарға, тубыҡ-терһәктәргә һалып, өҫтөн шыптыр пленка менән ҡаплап, йылы шарф йә дебет шәле менән урап ҡуйығыҙ. Өс сәғәттән кәм тотмағыҙ. Төнгөлөккә лә ҡалдырырға ярай. Аҙна-ун көн эшләгеҙ. Ике-өс көндән һуң уҡ еңеллек тойорһоғоҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Башдонъя төркөмөнән