+24 °С
Ямғыр
ӘРЕМ МАЙЫ
Әремде йыябыҙ, яҡшылап йыуабыҙ һәм өс литрлы банкаға тултырабыҙ. Өҫтөнә көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Кәстрүлдең төбөнә марля йәки берәр сепрәк һалабыҙ ҙа һыу ағыҙабыҙ. Банканы кәстрүлгә ултыртып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, әкрен генә утта ике сәғәт ҡайнатырға кәрәк.
Төнәтмә һыуынғас, һөҙөп алабыҙ. Һыҙлаған ерҙәргә, көҙән йыйырғанда был әрем майы бик файҙалы.
Өс литр күп була тиһәгеҙ, әҙерәк тә яһай алаһығыҙ.