Даирә
+24 °С
Ямғыр

Бәпембәнең шифаһы баһалап бөткөһөҙ

 *Бәпембә иң беренсе сиратта холециститтан һәм үт ҡыуығы менән башҡа проблемаларҙан  ярҙам итә, шулай уҡ бауыр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур.  

Бәпембәнең шифаһы баһалап бөткөһөҙБәпембәнең шифаһы баһалап бөткөһөҙ
Бәпембәнең шифаһы баһалап бөткөһөҙ

*Атеросклероздан, геморройҙан, әҙ кислоталы гастриттан, анемиянан, панкреатиттан, подагранан, ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарынан ҡулланыла.

* Аппетитты күтәрә, паразиттарға ҡаршы тороу көсөнә эйә, диабеттан шифаһы бар.

*Иммунитетты нығыта, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә, холестериндың кимәлен төшөрә.

*Тынысландыра, йоҡоно яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә.

Ашҡаҙан сей яраһы ялҡынһынғанда, үт ҡыуығы юлдары тығылғанда, шулай уҡ үт ҡыуығында таштар булғанда уны ҡулланыу тыйыла.

Бәпембәнең бөтә өлөшө лә файҙалы, әммә дауалау шарттарында күберәк тамыры файҙаланыла. Шулай уҡ сәскәләре лә яҡшы һөҙөмтә бирә. 

Был дарыу үләне менән иң ябай дауаланыу ысулы шулай:
киптерелгән һәм ваҡланған бер ҡалаҡ тамырына  бер стакан һыу ҡойоп, бер – ике минут  талғын утта ҡайнатырға һәм бер сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алырға. Шуны көнөнә ике-өс тапҡыр ас  ҡарынға, йә ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсергә.

 Үт юлдары дискинезияһы һәм холециститтан.

Бер үк күләмдә бәпембә, цикорий,  артыш (емеше) һәм тиле кишер (дымянка)  үләне алырға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ярты литр һыу ҡойоп,  талғын утта бер-ике минут ҡайнатырға һәм бер сәғәт төнәтергә.  Әҙер төнәтмәне бер көндә эсеп бөтөргә.  Шулай уҡ ас ҡарынға эсергә тәҡдим ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан бер аҙна ял итеп торорға ла йәнә ҡабатларға мөмкин.

Гепатиттан һәм бауыр циррозынан.

Бер үк күләмдә  бәпембә тамыры, сөйәл үләне, һарыгүҙ  (золотясячник), ҡыр сәйе (буквица), ҡайын япрағы  һәм үлмәҫгөл (цмин) сәскәһе алырға. Әҙерләү һәм ҡулланыу  рецебы шулай уҡ.

Шәкәр диабетынан.

Биш өлөш ҡайын япрағы, дүрт өлөш бәпембә тамыры, дүрт өлөш фасоль ҡуҙағы ҡабығы, өс өлөш кесерткән япрағы, ике өлөш ҡарар көртмәле япрағы һәм ике өлөш һары мәтрүшкә.   Әҙерләү һәм ҡулланыу  рецебы шулай уҡ.

Аллергия билдәләрен бөтөрөү өсөн.

Бер үк күләмдә бәпембә тамыры менән гөлйемеш емешен алып, һыу ҡушып, бер-ике минут талғын утта ҡайнатып эсергә.

Бауырҙы һәм үт ҡыуығын сәләмәтләндереү өсөн.

 Өс литрлыҡ банкаға ҡат-ҡат итеп сәскәһен һалырға һәм һәр ҡатҡа шәкәр һибеп барырға. Яҡынса 1,5 кг шәкәр кәрәк була. Шулай итеп банканы тығыҙлап тултырырға һәм ҡапҡас ябып,  өс аҙнаға ҡараңғы һалҡын урынға ҡуйырға. Һоро төҫтәге шифалы дарыу әҙер булғас, уны һыуытҡыста һаҡларға ҡушалар, һөҙөү мотлаҡ түгел. Көнөнә ике-өс тапҡыр ас ҡарынға берәр балғалаҡ төнәтмәне ¼ стакан йылы һыуға ҡушып эсергә.  Ярты сәғәттән һуң ғына ашарға мөмкин. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан бер аҙна ял итеп торорға ла сироп бөткәнсе  тағы дауам итергә.

Артритты, остеохондрозды дауалау өсөн.

Шулай уҡ  банканы  бәпембәнең сәскәһе менән тултырырға һәм өҫтөнә араҡы ҡойорға. Ҡараңғы урында ике аҙна төнәтергә һәм һыҙлаған урындарҙы көнөнә ике-өс тапҡыр шуның менән ыуырға.

Автор:
Читайте нас