Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Апрель , 09:00

Таң һыуы дауалай

Ул таң атҡансы, беренсе әтәс ҡысҡырғансы алына. Һыуҙы алып ҡайтҡас...    

Таң һыуы дауалай
Таң һыуы дауалай

Таң һыуы таң атҡансы, беренсе әтәс ҡысҡырғансы алына. Мөмкинлек булһа, шишмә һыуы яҡшыраҡ. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, ағып ятҡан таҙа һыуҙы алырға ярай.

Таң һыуының шифаһы борон-борондан билдәле булған. Алып ҡайтҡас, һыуҙы һәйбәтләп өшкөрәләр: 41 тапҡыр ”Бисмилләһир-рахмәнир-рахим” әйтелә, 41 тапҡыр “Аятел-Көрси”, 41 тапҡыр “Ихлас”, 41 тапҡыр “Фәләҡ”, 41 тапҡыр “Нәс” сүрәләрен уҡыйҙар. Был һыу бөтә сирҙәргә килешә, тип ышанғандар.

Таң һыуына барғанда белгән доға-сүрәләрҙе уҡып барырға, шул уҡ ваҡытта бер кем менән дә һөйләшмәҫкә кәрәк. Һыуҙы алғас, ҡиблаға ҡарап, “Раббәнә” доғаһын уҡырға. Ҡайтҡанда һөйләшмәйенсә ҡайтыу мәжбүри түгел.

Өшкөрөлгән таң һыуын эсергә лә, уның менән сайҡанырға ла мөмкин.

Сығанаҡ: vk.com/public213516968 (“Бергә күңелле!” төркөмө).

Фото: stihi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: