Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апрель , 10:38

Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар

Һуты төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яҡшы.

Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар
Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар

Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, йәш япраҡтарын ашайҙар. Һуты төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яҡшы. Йәшел, матур япраҡтарҙы йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуйырға. Артабан ит турағыстан, йә ваҡ итеп турап, япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға - бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була.

Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан сирҙәр китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттар, бактериялар юҡҡа сығыр. Дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Йәй буйы эсеп, көҙгөлөккә тулыһынса һауығырға була. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып та ауыртҡан быуындарға бәйләйҙәр.

 

Башдонъя төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: