Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Апрель , 16:44

Физиотерапия – һөҙөмтәле дауалау ысулы

Медицинаны физиотерапиянан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Физиотерапия физик факторҙарға нигеҙләнгән, уның мөмкинлектәрен төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланып була. Процедураларҙың төрөн, күпме ваҡыт алырға кәрәклеген пациентты тикшереү һөҙөмтәләре нигеҙендә, уларҙың уға яраймы икәнен асыҡлап, табип-физиотерапевт билдәләй.

Физиотерапия – һөҙөмтәле дауалау ысулы
Физиотерапия – һөҙөмтәле дауалау ысулы

- Физиотерапевтик процедураларға юлламаны дауалаусы табип бирә. Физиотерапия киҫкен һәм хроник ауырыуҙар ваҡытында ҡулланыусы мөһим дауалау ысулы булып тора. Өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла дауалайбыҙ. Беҙ бронх-үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары, урологик, неврологик һәм башҡа ауырыуҙар менән ҡабул итәбеҙ. Операцияларҙан, төрлө тән йәрәхәттәре алғандан һуң, һынған урындарҙы үҙ хәленә ҡайтарыуҙа ла роле ҙур.
Физиотерапевтик дауалау ауырыуҙарҙың ҡатмарлашыуын кәметергә, һауығыу процесын тиҙләтергә, медикаментоз йөкләнеште кәметергә ярҙам итә. Был ысулдар файҙалы, организм уны еңел үткәрә һәм хәүефһеҙ.
Был төр дауалауҙа төрлө аппараттар һәм төрлө ысулдар ҡулланыла: электр терапияһы, сәләмәтләндереү физкультураһы, массаж хеҙмәттәре һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта үҙәк район дауаханаһының физиотерапия бүлегендә дауалау электрофорезын гальваниклаштырыу, СМТ-, ДДТ-, УЗ-(ультротауыш терапияһы), УВЧ-, магнитотерапия, ингаляция терапияһы аппараттары эшләй. Массаж һәм дауалау физкультураһы хеҙмәттәре күрһәтелә.
Стандарт рәүештә УВЧ-, СВЧ-терапиялары, магнито-, электро-тауышлы һәм лазер терапиялары, электрофорез, гальванизация аппараты, дарсонваль бар. Һуңғы йылдарҙа вирбо-аккустик, магнит-яҡтылыҡ, ультратауыш тәьҫирле, ультратонотерапия, импульс-хәрәкәтле магнит ҡыры булған яңы аппараттар алынды. Магнит терапия тәьҫиренең төрлөләре ҡулланыла: даими, үҙгәреүсән, түбән йышлыҡтағы, импульс-йүгереүсән магнит ҡыры, магнит терапияһы – инфраҡыҙыл һәм лазер нурландырыусы. Ғөмүмән, физиотерапевтик ҡоролмаларҙың төрҙәре күп. Улар дауалау үҙенсәлегенә ҡарап билдәләнә.
Сәләмәтләндереү физкультураһы иһә профилактик сараларҙа терәк-хәрәкәт системаһының, умыртҡа һөйәге тотошо боҙолоуы, невралгия һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.
Әммә ҡайһы бер ауырыуҙар ваҡытында физиотерапия ҡәтғи тыйыла.Табип һөҙөмтәләр буйынса ярамаған булһа, рөхсәт бирмәй, - ти физиотерапевт Марс Әбдиев.
Ҙур булмаған татыу коллективта үҙ эшен яҡшы белгән, хеҙмәт яратҡан алты кеше эшләй. Физиотерапия шәфҡәт туташтары Гүзәлиә Абдуллина, Лилиә Мөхәмәтшина һәм Гүзәл Әхтәмовалар, массаж яһаусылар Ғаяз Исламов һәм Илүзә Ғүмәрова, дауалау-физкультура инструкторы Марсель Ҡолбахтиндар барыһы ла күп йылдар хеҙмәт стажына эйә. Улар ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәй, үҙ эшенең оҫталары.
Фәниә Батыршина.
Автор фотоһы.

Вставка
Илсиә Мансурова, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Тамағым ауыртып, йүткереүем бөтмәй, оҙаҡ ҡына интектем. Аптырағандан физиотерапия бүлексәһенә ебәреүҙәрен һораным. Өс көн эсендә бөтә сирҙәрем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бында изге һөнәр эйәләренең дөрөҫ итеп дауалауҙары ғына түгел, яҡшы мөғәләмәлә булыуҙары ла ярҙам итәлер.

Зөлфиә Ишембаева, Ҡарлыман ауылы:
- Ҡулбашым һыҙлағас, аптырауҙан табип-терапевҡа мөрәжәғәт итергә булдым. Сәитова миңә дарыуҙар һәм уколдарҙан тыш, тағы ла физиотерапевт бүлексәһенә өҫтәмә дауаланыуға йүнәлтмә бирҙе. Бында мине табипт-терапевт Марс Мансур улы ҡабул итеп, электрофорез, массаж һәм дауалау физкультураһын тәғәйенләне. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй. Дауаланыуҙың файҙаһы, әлбиттә, тейҙе. Һыҙланыуҙарым баҫылып, күҙҙәрем асылып киткәндәй булды, еңеллек һиҙәм. Мине дауалаған һәр медицина хеҙмәткәренә ҙур рәхмәтлемен.

Автор:
Читайте нас: