Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Апрель , 11:32

Ағас көлө рактан дауа

Көлдөң бынамын тигән ашлама икәнен беләбеҙ. Әммә уның яман шештән дә яҡшы дауа икәнен бөтәһе лә белеп бөтмәйҙер, буғай. Уның өсөн ҡайын ағасының көлөн алырға кәрәк.

Ағас көлө рактан дауа
Ағас көлө рактан дауа

Бер ҡосаҡ ҡайын утынын мейестә яндырғандан һуң, иң өҫтәге көмөш һымаҡ көлөн ағас ҡалаҡ менән алырға. Көлдөң биш өлөш бәрәбәренә тиң шишмә һыуы ҡойоп, талғын утҡа ҡуйырға. Һауыт балсыҡтан йәки эмалле булырға тейеш. Тимер һауыт ярамай. Ун минут ҡайнатҡандан һуң, һөҙөп, шешәләргә тултырырға һәм яҡшы итеп ябып, һалҡын урынға ултыртырға.

Мәҫәлән, ашҡаҙандан яман шеш булғанда, ҡайын һелтеһен 50 мл (яҡынса 8 сәй ҡалағы) һөткә йәки емеш һутына һалып, көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан эсергә. Тәме тәмле түгел инде, ләкин ул яман шештең үҫеүен туҡтатасаҡ. Был осраҡта ит ашамаҫҡа, йәшелсә-емеш менән туҡланырға. Әфлисунды күпләп ашарға, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Сикләүҙәр булыуы мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ: "Ауыл уттары" гәзитенән

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: