Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Апрель , 15:46

Мин быйыл нисек ураҙа тоттом

Нисә йылдар, ниәтләп тә, ураҙа тота алмай инем. Баш ауырта башлай, сикәгә бәрә, ҡолаҡтар гөжләй... Быйыл яйын таптым бит!

Мин быйыл нисек ураҙа тоттом
Мин быйыл нисек ураҙа тоттом

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сания Зыятдинова быйыл ураҙа тотоуы тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты. Бәлки, ниәтләп тә, сәләмәтлеге сәбәпле ураҙа тота алмаусыларға файҙалы булыр был яҙма.

“Нисә йылдар, ниәтләп тә, ураҙа тота алмай инем. Көндөҙгө сәғәт 10 тулһа, баш ауырта башлай, сикәгә бәрә, ҡолаҡтар гөжләй. Көнө буйы шулай... ифтарға ярты сәғәт ҡалғас, ҡан баҫымы төшә...” – тигән ул һәм быйыл нисек итеп ураҙа тотоуы тураһында яҙҙы.

“Киске сәғәт алтыларҙа бер бокалға ике аш ҡалағы ҡарабойҙай ярмаһы һалып, йыуып, өҫтөнә кефир ҡойорға. Тоҙ ҙа, шәкәр ҙә кәрәкмәй!

Мин үҙем бер бокалға бер аш ҡалағы ҡарабойҙай, бер аш ҡалағы “5 злаков” ярмаһы һалдым. Һауыт тулғансы ряженка ҡоям. 5-6 бөртөк йөҙөм дә өҫтәп ебәрәм. Эргәһенән үткәндә болғап китәм. Өҫтөн ябып, төнгөлөккә ҡалдырам. Ул иртәнгә тиклем бүртә, бик тәмле, файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа әйләнә. Шуны иртәнге сәхәрҙә бер-ике телем сыр, бер нисә бөртөк сәтләүек менән ашап ҡуям да, емеш-еләкле сәй эсеп, доға ҡылам.

Асыҡтырмай, һыу эсәһе лә килмәй, иң мөһиме – баш ауыртмай! Мин диетолог түгел, бәлки, миңә килешкән һеҙгә килешмәҫ. Тик шулай ҙа, ниәт итеп, файҙаланып ҡарай алаһығыҙ", - тип яҙҙы Сания ханым. 

Сығанаҡ: Сания Зыятдинова.

Фото: С. Зыятдинова.

Автор:
Читайте нас: