Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн һыу эсергә кәрәк?

Кеше көнөнә организмға етерлек кимәлдә һыу эсергә тейеш. Был хаҡта барыбыҙ ҙа беләбеҙ.  Етерлек кимәлдә һыу эсмәгәндә, организм уны башҡа ағзаларҙан ала. 

Ни өсөн һыу эсергә кәрәк?
Ни өсөн һыу эсергә кәрәк?

Кеше көнөнә организмға етерлек кимәлдә һыу эсергә тейеш. Был хаҡта барыбыҙ ҙа беләбеҙ.  Етерлек кимәлдә һыу эсмәгәндә, организм уны башҡа ағзаларҙан ала. 

Һыу  организм өсөн иң мөһим энергия сығанаҡтарының береһе булып тора. Кеше организмында был кәрәкле матдәнең етерлек кимәлдә булмауы эшкә һәләтлелеген, әүҙемлеген кәметә. Бынан тыш, һыу   бик күп файҙалы функция башҡара: матдәләр алмашыныуын көйләй, нервы көсөргәнешенән арынырға булышлыҡ итә, иммунитетты нығыта, йөрәк, бөйөр, ашҡаҙан, ҡан әйләнеше сисетмаһы кеүек мөһим органдарҙың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

  1.Ултырған килеш һыу эскәндә организмдан бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүгә этәреүсе  бөтә зарарлы  ҡалдыҡты йыуып сығара.

  1. Әгәр ҙә һыуҙы яйлап ҡына өсәр йотомлап эскәндә, организм кислород ала һәм инсулин бүлеп сығара. Инсулин иһә үҙ сиратында шәкәр диабетынан һаҡлай.
  2. Кеше 60 – 80 процентҡа һыуҙан тора.

Әгәр ҙә  кеше етерлек кимәлдә һыу эсмәй икән, ул түбәндәге ағзаларҙан алына:

  • Ҡандан (8 процентҡа тиклем). Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙары тарая, тромбтар барлыҡҡа килә, ҡан баҫымы күтәрелә, инсульт һәм инфаркт кисереү хәүефе арта.
  • Күҙәнәк араһындағы киңлектән (26 процентҡа тиклем).  Организмда  рН кислоталылығы артып, подагра ауырыуына, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүенә,  һөйәктәрҙең ныҡлығы кәмеүенә, имммунитеттың ҡаҡшауына килтереүе бар.
  • Күҙәнәктәрҙән (66 процентҡа тиклем). Был иһә ҡанда холестерин кимәленең артыуына, матдәләр алмашыныуының боҙолоуына, иртә ҡартайыуға сәбәпсе була.  Һыуһыҙлыҡтан интеккән күҙәнәктәр  майҙы ла  иретә алмағанлыҡтан, һимереүгә килтерә.  
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: