Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Быуындар йәшәрһен өсөн шәп коктейль

50 йәштән һуң быуындар менән булған проблемалар ҡалҡып сыға башлай. Шуға ла түбәндәге рецептты бер үк урап үтә күрмәгеҙ. Был яҙманы үҙегеҙгә күсереп ҡуйһағыҙ, юғалтмаҫһығыҙ!!!

Быуындар йәшәрһен өсөн шәп коктейль
Быуындар йәшәрһен өсөн шәп коктейль

250 мл һыу, 50 г һоло көрпәһе, 100 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы иҙелгән сәтләүектәр, 1 аш ҡалағы бал, тәменә ҡарап дәрсен (корица) алына.

Һоло көрпәһе менән һыуҙан бутҡа бешерегеҙ. Унан һыуытырға ҡуйығыҙ.

Шул арала әфлисун һуты менән дәрсенде (корицаны) бал менән сәтләүекте ҡушып болғатығыҙ.

Был ҡушылманы һоло бутҡаһына ҡушығыҙ ҙа блендер аша үткәрегеҙ.

Был коктейль организмда синовиаль шыйыҡса етештереү өсөн яуаплы процестарҙы нормалләштереүгә булышлыҡ иткән матдәләргә бай.
Ике аҙнанан үҙегеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойорһоғоҙ.

Һау-сәләмәт бул!
Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләш!

 

 

 

#башдонъя

Автор:
Читайте нас: