Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ рак күҙәнәктәрен дә еңә

Уны өс көнгә бер ашарға кәрәк. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ - бик көслө дарыу, ул тәбиғи антибиотик булып тора. Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң да организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә, рак күҙәнәктәрен дә үлтерә, йыуан эсәкте таҙарта...    

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ рак күҙәнәктәрен дә еңә
Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ рак күҙәнәктәрен дә еңә

Уны өс көнгә бер ашарға кәрәк. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ - бик көслө дарыу, ул тәбиғи антибиотик булып тора. Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң да организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә, рак күҙәнәктәрен дә үлтерә, йыуан эсәкте таҙарта.

Һарымһаҡты табала ҡыҙҙырып йәки мейестә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә уның еҫе лә булмай, файҙалы күҙәнәктәре тулыһынса һаҡлана, еңел үҙләштерелә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк трактын һәм ҡанды таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәр өсөн дә уны ашарға тәҡдим ителә, сөнки ул матдәләр алмашыуын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң, көнөнә 1,5 – 2 литр таҙа һыу эсергә тәҡдим ителә. Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү кәрәк, артыҡ мауыҡмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: