Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лимон менән имбирҙе ҡушып...

Гәзит уҡыусыбыҙ организмды нығытҡан ҡатнашма эшләгән.    

Лимон менән имбирҙе ҡушып...
Лимон менән имбирҙе ҡушып...

Яҙын көндәр йылытыуға китһә лә, һалҡын тейеү кеүек сирҙәргә организм бирешеп бара.

Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина һаулыҡты нығытыу өсөн тәмле лә, файҙалы ла ҡатнашма әҙерләгән. Был ингредиенттарға аллергияғыҙ булмаһа, табип кәңәш итһә, һеҙ ҙә эшләп ҡарай алаһығыҙ.

- 200 грамм имбирь, 200 грамм лимон, 300 грамм бал алдым. Лимон менән имбирҙе ит турағыс аша үткәрҙем дә бал ҡушып болғаттым. Шифалы ҡатнашма әҙер, - тине Рузалия апай.

Ауырыуҙарға бирешмәгеҙ. Сәләмәт булығыҙ.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.

Автор:
Читайте нас: