Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еҫ хәүефле сирҙәр хаҡында иҫкәртә

Мәҫәлән, ауыҙҙан сыҡҡан ацетон еҫе организмда инсулиндың ныҡ кәмеүен күрһәтә. Ҡартлыҡ еҫе...

Еҫ хәүефле сирҙәр хаҡында иҫкәртә
Еҫ хәүефле сирҙәр хаҡында иҫкәртә

Кеше тәне хәүефле сирҙәр хаҡында ла иҫкәртә ала. Бары үҙеңдең сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу, сир билдәләрен күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим. Нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

Киҫкен һәм ғәҙәти булмаған тән еҫе организмда ниндәйҙер үҙгәрештәр барыуы тураһында һөйләй. Хатта ҡайһы берҙәре сәләмәтлектең үтә хәүефле хәлдә булыуын иҫкәртә. Табиптар бәләне нисек ваҡытында тойоу хаҡында аңлатты.

Ацетон еҫен тойоу менән шунда уҡ шәкәр диабетына тикшереү үтегеҙ. Эш шунда: ауыҙҙан сыҡҡан ацетон еҫе организмда матдәләр алмашыу барышында кетондар барлыҡҡа килеүен һәм инсулиндың ныҡ кәмеүен күрһәтә. Был еҫ шулай уҡ эскеселәрҙә һәм ныҡ ябыҡҡан кешеләрҙә күҙәтелә.

Ҡартлыҡ еҫе матдәләр алмашыныуы ныҡ боҙолғанда барлыҡҡа килә. Уны башҡа бер ниндәй еҫ менән дә бутау мөмкин түгел, шуға күрә организмдағы үҙгәрештәргә иғтибарлы булығыҙ һәм табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Тән тиреһенән аңҡыған көкөрт водороды еҫе үт ҡыуығы һәм ашҡаҙан аҫты биҙе менән проблемалар булыуына ишаралай, шулай уҡ эсәк дисбиозы (микрофлора боҙолоуы) башланыуын иҫкәртә. Әгәр ҙә ауыҙҙан да шундай насар еҫ килеүен һиҙһәгеҙ, был гастрит сиренең аҙыуын күрһәтеүе мөмкин.

Һәр хәлдә тән тиреһе - организмдағы бөтә үҙгәрештәргә һиҙгер мөһим ағза, бары ул ишаралаған билдәләргә битараф булмағыҙ, ваҡытында терапевт менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: