Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Март 2024, 04:18

Барлыҡ ауырыуҙарға дауа

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дә был туралағы бер хәҙисе билдәле.

Барлыҡ ауырыуҙарға дауаБарлыҡ ауырыуҙарға дауа
Барлыҡ ауырыуҙарға дауа
Ҡара әнис бик күп сиргә ҡаршы файҙаланыла. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дә "Ҡара әнистә үлемдән башҡа барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа бар" тигән хәҙисе билдәле.
 
Уның составында май кислоталары, аминокислоталар, А, В, В2, В3, В6, Вд, С, Е провитаминдары, эфир майҙары, минераль матдәләр, макро- һәм микроэлементтар бар.

Күптәр ҡара әнистең майын ҡуллана. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы берҙәр уны тейешле ваҡытта һәм дөрөҫ итеп эсә белмәй. Ашҡаҙан, нескә һәм йыуан эсәклек, бауыр, кәүҙәнең урта һәм аҫҡы өлөшө өсөн әлеге майҙы ашар алдынан эсергә кәрәк. Нерв системаһын, үпкәне, йөрәкте, баш мейеһен, кәүҙәнең өҫкө өлөшөн дауаларға теләһәгеҙ - туҡланғандан һуң. Йоҡо яҡшы булһын тиһәгеҙ, төнгә ҡаршы эсеү дөрөҫ.

Әнис майын төрлө кеше төрлө күләмдә ҡуллана. Уны һәр кем үҙе һайлап, организмының мөмкинлектәренә ҡарап эсә.

Беренсе ысул: иртән ашарға 15-30 минут ҡалғас һәм кис менән ашағандан һуң 1,5 сәғәт үткәс, 20-шәр тамсы (бер бал ҡалағы).

Икенсе ысул: ашар алдынан (иртән йәки кис) 15-30 минут калғас бер сәй ҡалағы эсергә һәм уның артынан уҡ бер аш ҡалағы бал һалынған ярты стакан һыу эсеү мәслихәт.

Өсөнсө ысул: ярты стакан һыуға бер сәй ҡалағы әнис майы һәм бер аш ҡалағы бал һалығыҙ ҙа, шуны иртән йәки кис менән ашарға ярты сәғәт калғас эсегеҙ.

Әнис майын ауыртҡан урынға һыларға ла була, былай иткәндә, әҙ генә йылытырға кәрәк. Уны күп кенә белгестәр массаж яһар алдынан да һылай.

Ингаляция өсөн файҙаланылмай торған сәйнүккә өс-дүрт стакан һыу һалып ҡайнатып сығарығыҙ һәм уттан алып, уға бер-ике аш ҡалағы әнис майы һалығыҙ ҙа, шуның парын һулағыҙ. Башығыҙға һөлгө ҡапларға онотмағыҙ. Быны иртән һәм кисен биш-ун минут эшләгеҙ.

Баш ауыртҡанда ҡара әнис майы менән маңлайығыҙҙы һәм ҡолаҡ яндарын ышҡығыҙ. Бер сәй ҡалағы эсергә лә кәрәк. Унан һуң баллы ризыҡтар ашамағыҙ.

Ревматизм булғанда, әнис майына зәйтүн майын ҡушып һылау ҙа һөҙөмтә бирә.

Йүтәлдән яфаланғанда иртән ас ҡарынға бер сәй ҡалағы әнис майы эсегеҙ. Унан һуң ике сәғәт һыу йәки сәй эсмәҫкә.
 
Фото: "Бәйләнештә".
Барлыҡ ауырыуҙарға дауа
Барлыҡ ауырыуҙарға дауа
Автор:
Читайте нас