Даирә
+24 °С
Ямғыр

Диабет тураһында нимә белергә

Үҙәк район дауаханаһында табип-эндокринолог Ирина Миһранова шәкәр диабеты ауырыуы буйынса дәрестәр алып бара.Шәкәр диабетын контролдә тотоу мөмкинме һәм бының өсөн нимәләр белеү мөһим?

Диабет тураһында нимә белергәДиабет тураһында нимә белергә
Диабет тураһында нимә белергә

- Шәкәр диабеты – ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны – инсулиндың бөтөнләй йәки тейешле күләмдә бүленмәүенә һәм организмда углеводты, майҙы, аҡһымды үҙләштереү эшмәкәрлегенең эштән сығыуына бәйле эндокрин системаһы сире.
Шәкәр диабетының беренсе төр билдәләре ҡапыл килеп сыға. Төп билдәләре – һыу-һау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек, күреү һәләте түбәнәйә. Диабеттың икенсе төрө артыҡ тән ауырлығынан һәм аҙ хәрәкәт иткәнлектән килеп сыға. Шәкәр диабетының икенсе төрө оло йәштәгеләрҙә генә күҙәтелә ине, әммә бөгөн уның балаларҙа булыуы ла асыҡлана.
- Шәкәр диабеты менән ауырыған кеше табип ҡушҡандарҙы үтәүҙән тыш, үҙе лә дауалау процесына бик яуаплы ҡарарға тейеш. Бының өсөн уның ауырыуы хаҡында яҡшы белеүе һәм төрлө хәлдәрҙә дауалау тактикаһын үҙ аллы үҙгәртә алыуы мотлаҡ. Былар хаҡында район үҙәк дауаханаһында эшләгән “Шәкәр диабеты мәктәбендә” уҡып белергә була. Уҡытыу һөҙөмтәһендә кеше табип менән бергә дауалау процесының тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы була ала. Шәкәр диабеты менән иҫәптә торған пациенттар, диабеттың тибына һәм дауалау ысулына ҡарап, төркөмдәр менән уҡытыла. Дәрестәр сирҙе үҙ аллы контролләү һәм өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймау өсөн мотлаҡ практика менән нығытыла, - ти табип- эндокринолог Ирина Фәнуз ҡыҙы.

Һәр кесе йома район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында, 3-сө ҡатта 09.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем “Шәкәр диабеты мәктәбе” үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34765) 2-14-56.

Автор:
Читайте нас