Ҡалҡан биҙе һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуынан, ларингиттан, ангинанан һәм нервы системаһының ҡуҙғыусанлығынан бал менән фейхоаны файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеге иҫбатланған.
Йод етмәүҙең тотош организмға кире йоғонтоһо ғәйәт ҙур. Тура мәғәнәһендә тырнаҡтарҙан алып сәстәргә тиклем. Балалар үҫешендә артта ҡала, айырыуса уларҙың аҡыл үҫеше тотҡарлана. Фейхоа менән бал ҡушып әҙерләнгән ҡатнашма йод дефицитынан арынырға ярҙам итә, сөнки ул фейхоала еңел үҙләштерелә торған формала бар. Бынан тыш, ул С, В, Р витаминдарына, дубиль, пектин һәм башҡа шифалы матдәләргә бай. Ә составындағы С витамины лимондыҡынан да ҡалышмай.
Шифалы ҡатнашманы әҙерләү өсөн бер үк күләмдә, йәғни 1:1 нисбәтендә фейхоа менән бал алырға. Фейхоаны ит үткәргестә үткәреп, бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер дауаны быяла банкаға һалып, ҡапҡасын ябып, һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға.
Фото:Т.Аманов.