Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Ғинуар 2024, 11:30

Ябай һыуға уны ҡушһаң...

Һәммәбеҙҙең сәләмәтлеге өсөн файҙалы был эсемлек хаҡында медицина хеҙмәткәрҙәре лә белдергән    

Ябай һыуға уны ҡушһаң...Ябай һыуға уны ҡушһаң...
Ябай һыуға уны ҡушһаң...

Медицина хеҙмәткәрҙәре лимонлы һыуҙы йыл буйы эсергә тәҡдим итә. Бындай һыу эҫе көндә бигерәк тә файҙалы тип яҙа.

“Бер лимонда кеше өсөн кәрәкле С витаминының 20 проценты бар”, – тип яҙған медицина фәндәре докторы, диетолог Алисия Гэлвин. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, лимонлы һыуҙы көн һайын эскән кеше иммун системаһын нығыта, вирустарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Лимонлы һыуҙағы цитрат бауырҙағы оксалат таштарҙы ваҡларға ярҙам итә, тигән фекерҙә диетолог.

Лимонлы һыу матурлыҡ өсөн дә кәрәк. Ул тәнде яҡшырта, уны йәшәртә, һырҙарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә икән. Баҡтиһәң, быға лимонда күп булған С витамины коллагендың синтезына ярҙам итә.

Ябығырға теләгәндәргә лимонлы һыуҙы ашағанға тиклем һәм туҡланған ваҡытта эсеү файҙалы. Был эсемлек кешелә туйыу тойғоһон ҡалдыра һәм артығын ашарға булышлыҡ итмәй. Һәр иртәне бер сынаяҡ ҡәһүәне түгел, бер стакан лимонлы һыуҙы эсеүҙән башларға кәңәш итә диетологтар. Ул тәнде дымландырырға ярҙам итә.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас