Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Декабрь 2023, 05:56

Имбирь менән дуҫлаш

Баҡтиһәң, имбирь менән дуҫлашыу тәмәкене ташларға ла ярҙам итә икән. Шулай уҡ, унан әҙерләнгән эсемлектәр ныҡ файҙалы булыуы билдәле.

Имбирь менән дуҫлашИмбирь менән дуҫлаш
Имбирь менән дуҫлаш

Ул витаминдар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай. Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбирь йөрөтөгөҙ, тәмәке тартаһы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.

Бынан тыш, имбирлы эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы имбирь тамырын ҡырғыстан үткәрергә, уға бер лимон һуты һәм 100 миллилитр ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала. Имбирь – йүтәлгә яҡшы дауа. Тәмәкесене йүтәл борсо­ғанда унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды ток­синдарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә ярҙам итә.

Автор:
Читайте нас