

Ауылдарҙа һуғым байрамдары башланды. Уңған хужабикәләр малдың эс-ҡарынынан тултырмалар эшләп өлгөрҙө, хатта эс майын да иретеп ҡуйҙы. Ләлә Мозафарова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә малдың эс майын нисек иретеүе хаҡынды бик матур яҙма урынлаштырған.
"Ейәнсура. Иҫәнғол. 10 декабрь 2023 йыл. Шартлап торған һыуыҡтар килде. Һуғымдар мәле.Ҡош - ҡортто урынлаштырып, күберәге, ҡанатланып, төрлө тарафтарға осто ла инде, бер аҙ үтеүгә, эре мал һуғымы башланып китте.Тултырма, ҡаҙы тултырыу менән бер рәттән, эс майын да эш итеп алыу мөһим. Сөнки ул хәләл, әрәм - шәрәм итеү бик килешмәй. Сифаты буйынса, самалап тотонһаң, бик отошло. Ваҡ бәлеш, манты, ҡыҫтыбый, картуф билмәне бешергәндә аҙлап ҡына ҡулланыу кәрәк. Ваҡлап турап, ҡалын ғына кәстрүлдә, талғын утта эс майын иретәбеҙ .Дуршлаг аша һөҙөп, иретелгән эс майына күпмелер күләмдә көнбағыш майы, зәйтүн майы йәки ҡош - ҡорттоң иретелгән эс майын ҡушып, тотонорға уңайлы булған формаларҙа туңдырып алабыҙ .Әнейем мейестә туң майҙы шулай итеп иретеп алыр ине. Һыҙығын кетерләтеп тәмләп ҡарай инек. Әнейемдең тәмле аш - һыуы һағындыра. Һәр нимәне еренә еткереп эшләүе, һаҡсыл, ихлас донъя көтөү, аш - һыу төрләүе,ҡ унаҡсыллығы күңелем түрендә, баласағымдың онотолмаҫ наҙлы һағышҡа тулған иҫтәлеге "...- тип яҙған ул.
Әйткәндәй, һеҙ малдың эс майын иретәһегеҙме? Үҙегеҙҙең тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
Фото һәм текст сығанағы: Ләлә Мозафарова
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-12-12/e-maldy-es-mayyn-iret-ege-me-3561763