Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Декабрь 2023, 05:24

Туйғансы йоҡламауҙан хәтер насарая

Бына нимәләр зиһендең тарҡалыуына килтерә.    

Туйғансы йоҡламауҙан хәтер насараяТуйғансы йоҡламауҙан хәтер насарая
Туйғансы йоҡламауҙан хәтер насарая

Йоҡо туймау. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса,  һуңғы 100 йылда   кеше  яҡынса 20 процентҡа әҙерәк йоҡлай башлаған. Йоҡоһоҙлоҡ шуныһы менән насар,  кеше үҙе уяу булһа ла мейенең ҡайһы бер өлөштәре әкренләп кенә йоҡоға китә.  Был ваҡытта кеше  үҙе лә һиҙмәҫтән бер нөктәлә туҡталып ҡала,  иғтибары юғала. Даими рәүештә организмдың йоҡоға туймауы  мейе күҙәнәктәренең әкренләп юҡҡа сығыуына килтерә.

Иртәнге ашты ашамау.  Иртәнге аштан баш тартыу  көн дауамында эшкә һәләтлелекте кәметә. Эш калория етмәүҙә генә түгел, ә ҡанда  шәкәр кимәленең кәмеүендә.  Был иһә үҙ сиратында   мейегә туҡлыҡлы матдәләр  килеүен тотҡарлай.

Артыҡ шәкәр. Ул артыҡ күп булһа ла насар. Сөнки  аҡһымды һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләрҙе үҙләштереүҙә проблемалар килеп тыуыуы бар. Һөҙөмтә шулай уҡ:  мейегә туҡлыҡлы матдәләр бармай.

 Стресс. Артыҡ ныҡ  көйәләнеү нейрондар араһындағы бәйләнеште өҙә, һөҙөмтәлә кеше  теге йәки был хәлдең сәбәбен аңлай алмай башлай.  Бына шунан килеп сыҡҡан да инде, бөтә нәмә ҡулдан төшөп бара, тигән әйтем.  Стресс хәтерҙе насарайта, интеллектуаль  мөмкинлекте кәметә. 

Антидепрессантар һәм йоҡо дарыуҙары.   Йоҡо дарыуҙарын йыш ҡулланыу  хәтерҙе амнезияға тиклем насарайтып, аҡыл кимәленең ныҡ ҡына түбәнәйеүенә килтереүе ихтимал. 

Тәмәке тартыу. Никотин мейеләге ҡан тамырҙарын тарайтып, хатта Альцгеймер ауырыуы менән сирләү хәүефен арттыра.

Ҡояш.  Уның нурының етмәүе  кешенең аң-белем һәләтенә туранан-тура йоғонто яһай.  Беренсенән, ультрафиолет  ҡан әйләнешен көйләп,  мейене кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә. Икенсенән, ҡояш нуры  кешенең кәйефенә йоғонто яһаусы серотонин  бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.

Һыу.  Организмға һыу етмәү  мейе күләменең кәмеүенә килтерә. Был иһә үҙ сиратында уның эшкә һәләтлелегенә  йоғонто яһай һәм күп мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу  үҙенсәлеген юҡҡа сығара. Шуға күрә лә тәүлегенә 2 л һыу эсергә кәңәш ителә.

Мәғлүмәттең күплелеге. Йылдан-йыл кешегә үҙләштереү өсөн мәғлүмәт бермә-бер  арта бар.  Ул ни тиклем күп булған һайын, мейе лә уны ҡабул итеүҙән баш тарта башлай. Хатта  ҡайһылыр бер мәлдә   кеше хәтерен юғалтҡан кеүек, бер нәмәне лә иҫләй алмай башлауы ихтимал.

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
Фото: М.Давлянова
Автор:
Читайте нас