

Түбәндәге ауырыуҙар булған осраҡта ҡаҙ майын ҡулланырға була:
Бронхит. Озаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк тирәһенә һөртөргә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Туберкулез. Әлеге сирҙән арыныу өсөн иретелгән ҡаҙ майына алоэ согы, какао, вакланған эрбет (кедр) сәтләүеге ҡушып болғатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Көнөнә дүрт тапҡыр һөт менән бер ҡалаҡ әлеге ҡатнашманы ҡабул итергә кәрәк. Ыңғай үҙгәрештәр бер аҙнанан һуң күренесәк.
Өшөү. Тәндең өшөгән өлөштәренә ҡаҙ майы менән һөрткәнгә тиклем тәүҙә йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң аяҡ-ҡулдарға массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.
Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итер. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер нисә мәртәбә һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы – 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.
Ревматизм. Мунсала арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Процедурадан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙа ауыртыуҙар. Ауыртҡан урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығара, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярҙарҙы нығыта.
Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия). Иретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөл төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһайҙар. Ун көн дауамында ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды төнгөлөккә аналыҡҡа ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, рәттән өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.
Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта, ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың активлығын арттыра.
Простатит. Әлеге ауырыуҙы ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ согы төнәтмәһен ҡабул итеп дауаларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Шулай ҙа тәүҙә врач менән кәңәшләшеү зарур!