Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Декабрь 2023, 04:18

Рөстәм Нәбиев госпиталдә булған

Өфө блогеры махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм әле дауаланыу үткән яугирҙәр янына барған.

Рөстәм Нәбиев госпиталдә булғанРөстәм Нәбиев госпиталдә булған
Рөстәм Нәбиев госпиталдә булған

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтҡан Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев Санкт-Петербургтағы госпиталдә булды. Ул бында дауаланған махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар менән аралашты. Социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҡташыбыҙ үҙенең миҫалында ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуы һәм яңы тормошҡа яраҡлашыуы хаҡында һөйләгән.

Аралашыу ҙур компанияла барған, осрашыуҙа бөтәһе 100-ләгән пациент булған. Сараны ойоштороуҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән хәрби-диңгеҙ академияһы хеҙмәткәре ярҙам иткән.

Бөгөн яугирҙәргә бар яҡлап та ярҙам кәрәк. Афарин, Рөстәм!

Фото: mybashkortostan.ru

 

Автор:
Читайте нас