1. Алма һәм кopицa (дәрсен).Алманы нәҙек итеп турап, 500 мл һыу ҡойоғоҙ, 1 балғлаҡ корица һалығыҙ: һәм был эсемлекте көн дауамында эсегеҙ. Был ҡатнашма матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм ашҡаҙан трактын таҙарта.
2. Лимoн һуты һәм бал2 аш ҡалағы лимон һутына 200 мл йылы һыу ҡойоғоҙ, шуға 1 балғалаҡ бал һәм бер семтем ваҡланған имбирь өҫтәгеҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Эсемлек ашҡаҙан трактын таҙартып ҡына ҡалмай, энергия ла өҫтәй.
3. Имбиpлы эсемлекИмбирь тамырын әрсеп, ваҡ итеп турарға һәм 1 литр һыу һалырға ла, ҡайнатып сығарып, һүрән утта 10 минут тоторға. Һыуынғас, 1 семтем корица һәм бер нисә аш ҡалағы гөлемеш сиробы өҫтәйбеҙ. Көн дауамында 100-150-әр мл ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсәбеҙ. Ашҡаҙан системаһы эшен, матдәләр алмашыуын яҡшырта.
4. Сөгөлдөр һуты1 сөгөлдөр, 2 алма һәм 4 сельдерей һабағынан һут эшләп, 1-әр аш ҡалағы иртән һәм кисен ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ.
5. Сәләмәтлек коктейле1 әфлисун, 1 лимон һәм 1 кишерҙең һутын һығып, 100 мл минераль һыу ҡушығыҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Арыуҙан шәп сара, унда антиаксидонттар бик күп.
6. Ҡыяр һәм сельдерей.1 ҡыярҙы һәм 1 сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мил һыу өҫтәгеҙ. Көн дауамында эсегеҙ.






