

Йөҙөмдән төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм бауыр ауырыуҙарын иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.
Йөрәкте нығытыу, организмды насар холестериндан таҙартыу, эсте йомшартыу өсөн табиптар ҙа иртән бер ус йөҙөм ашарға тәҡдим итә. Ә уның төнәтмәһе тағы ла файҙалыраҡ, сөнки ҡайнаған һыуҙа емештәге шәкәр күләме әҙәйә.
Төнәтмәне әҙерләү:
Иң тәүҙә сифатлы йөҙөм ялтырамағанын, тәбиғи төҫтәгеһен, уртаса ҡатылыҡтағыһын, бөтөндәрен - һайлап алабыҙ.
Кис кәстрүлдә ике стакан һыу ҡайнатып, шунда 150 грамм йыуылған йөҙөмдө һалып, тағы 20 минут ҡайнатабыҙ ▪️Эсемлек бүлмә температураһында таңға тиклем торорға тейеш.
▪️ Иртән төнәтмәне, йөҙөмөн һөҙөп алып, йылытып, ас ҡарынға ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә.
🔸Ошолай әҙерләнгән эсемлекте дүрт көн буйы ҡулланғанда ла бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшыртырға, уның төп эшен - организмды таҙартыу функцияһын тергеҙергә, аш һеңдереүҙе яйға һалырға мөмкин.
💚 Һау-сәләмәт булығыҙ 💚
фото: М.Давлянова