

Был шифалы эсемлек бауырҙы таҙарта, анемияны һәм ҡатын-ҡыҙҙар сирҙәрен дауалауҙа ярҙам итә. Уны өй шарттарында еңел генә әҙерләргә мөмкин:
🫘ярты сынаяҡ йөҙөм
бер лимондың һуты
бер сынаяҡ туралған сөгөлдөр
ике сынаяҡ һыу.
Ҡайнар һыуға сөгөлдөр менән йөҙөмдө һалып ҡайнатып сығарырға ла утты һүндерергә һәм, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 45-60 минутҡа ултыртып торорға.
Һыуынғас, уға лимон һуты өҫтәп, блендерҙа ваҡларға. Тәбиғи һәм һөҙөмтәле эсемлек әҙер.
Уны көнөнә ике тапҡыр 100 мл эсергә кәңәш ителә. Беренсеһен иртән ас ҡарынға, икенсеһен – төшкө аш алдынан. Бындай дауалау алымын 7-10 көн дауам итергә, шунан ике аҙна – тәнәфес, артабан курсты ҡабатларға.
Анемия булғанда шундай һут яһарға мөмкин: бер стакан алма һутына өс ҡалаҡ сөгөлдөр һуты өҫтәйбеҙ. Уны ашарҙан 25-30 минут алдан эсергә кәрәк.
🌰Яңы һығылған сөгөлдөр һутын бер нисбәттә таҙа һыу менән ҡатыштырып эсеү ҡатын-ҡыҙға ифрат файҙалы. Бигерәк тә климакс һәм күрем циклы боҙолған ваҡытта ул һөҙөмтәле.
💚Һау-сәләмәт булығыҙ 💚
Источник: https://vk.com/bashkortvk
Фото: М.Давлянова