Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2023, 04:52

Шифалы коктейль рецепты

Аш һеңдереүҙе яйға һалыуға ,йоҡоно һәм хәтерҙе яҡшыртыуға, гемоглобинды күтәреүгә, нервыларҙы тынысландырыуға шифалы коктейль рецепты:

Шифалы коктейль рецептыШифалы коктейль рецепты
Шифалы коктейль рецепты

🥤1 л һыу
🍌2 банан
🧉2 корица таяҡсаһы кәрәк
✅ Һыуғы корица һалып ҡайнатабыҙ.
✅ Бананды ваҡлап турайбыҙ һәм киҫәктәрен ҡайнаған һыуға төшөрөп, йәнә ҡайнатып сығарабыҙ.
✅Шифалы коктейль әҙер. Һыуынғанын көтөп, йоҡлар алдынан бер сәғәт алдан эсергә була.
✅Был эсемлектә төп компонент - банан. Унда калий, магний һәм фосфор бар. Калий бөтә мускулдар, шул иҫәптән йөрәк өсөн файҙалы булһа, фосфор организмға углеводтарҙы эшкәртергә ярҙам итә.
✅Корица иһә Альцгeймep, Πapкинcoн ауырыуҙарын, склероз, төрлө шештәр һәм менингитты иҫкәртә.
✅Эсемлеккә корицаның порошогын түгел, таяҡсаларын һалырға кәрәк.
⚠️Табип менән кәңәшләшеү мөһим.

 

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән

Автор:
Читайте нас