Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Сентябрь 2023, 17:13

Йүткереүҙән лимон һуты

1 стакан һыуға 1 лимонды уртаға ҡырҡып һүрән утта ун минут ҡайнатырға һәм һутын яҡшылап һығып алырға.    

Йүткереүҙән лимон һутыЙүткереүҙән лимон һуты
Йүткереүҙән лимон һуты

Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң тултырғансы бал һалырға. Барлыҡҡа килгән сироп файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Дозаһы йүтәлләүгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, һирәк йүткергәндә көнөнә бер балғалаҡ эсеү етә. Әгәр ҙә йүткереү төндә генә көсәйә икән, ятыр алдынан һәм төндә берәр балғалаҡ эсегеҙ. Йүтәл көслө икән, иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә. Йүтәл һирәгәйгән һайын дозаны кәметә барығыҙ.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас