Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Сентябрь 2023, 08:56

“Был зыянлы ризыҡтарҙы ашамағыҙ!”

Эндокринологтарҙың иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалығыҙ. Табиптар “углевод бомбаһы” хаҡында һөйләй.

“Был зыянлы ризыҡтарҙы ашамағыҙ!”“Был зыянлы ризыҡтарҙы ашамағыҙ!”
“Был зыянлы ризыҡтарҙы ашамағыҙ!”

Баҡһаң, организмға зарар килтереүсе аҙыҡ-түлек байтаҡ икән. Уларҙың зыяны – артыҡ углеводлы булыуҙарында.

Мәҫәлән, джем һәм ҡайнатмалар. Шәкәре күп булғанлыҡтан, зыянлы.

Төрлө ҡатнашмалы йогурттар, круассан, ҡамыр ризыҡтары, аҡ икмәк тә артыҡ углеводлы. Әйткәндәй, белгестәр ҡамыр ризыҡтарына шәкәрҙе бик әҙ ҡушырға тәҡдим итә. Икмәкте лә эре тарттырылған бойҙай ононан бешерелгәнен һайлау яҡшыраҡ икән.

“Быстрый завтрак” тигән пакеттар магазинда тулып ята. Уларҙың бер файҙаһы ла юҡ. Лутсы ябай бутҡа бешереп ашағыҙ.

Консерваланған емештәр, туңдырма, татлы газировка менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Хатта яңы ғына һығылған һут һәм балды ла самалап ҡына ҡулланырға кәңәш итәләр.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығаанҡ: Йәшлек гәзите
Автор:
Читайте нас