

Уны оло юбилейы менән ҡотларға ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев, профсоюз ойошмаһы рәйесе Марс Әбдиев, район советы рәйесе Ринат Шайбәков килде.
Улар уҙаманды юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы.
- Табип өсөн иң мөһиме - ауырыуҙарҙың һауығыуы һәм күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү. Минең оҙаҡ йәшәүемдең сере - пациенттарымдың һауығыуҙарын күреүҙән алған ҡәнәғәтләнеү тойғолары һәм әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу. Һөнәрем мине һәр ваҡыт ҡанатландырҙы һәм ҡыуаныс бирҙе. Шулай уҡ миңә һәр саҡ иптәш һәм кәңәшсе булған тормош иптәшем Фәниә Мансаф ҡыҙына, мине хәстәрлек менән уратып алған балаларыма рәхмәтем сикһеҙ.
Мин үҙемдең юлымды дауам итеүсе балаларым, ейәндәрем булыуы менән бәхетлемен. Уларға ла ауырыуҙарын һауыҡтырып, рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә яҙһын.
Юбилярҙы ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ һәм Нәзиф Мирзаһит улына ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел күтәренкелеге, яҡындарының иғтибарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.