+24 °С
Ямғыр


Бар бит арабыҙҙа тормошто яратҡан, позитив тулҡында йәшәгән инәйҙәр! Шуларҙың береһе Салауат районында йәшәй.
Уны "тимер йөрәкле" өләсәй тип тә йөрөтәләр. Арҡауыл ауылынан 94 йәшлек Ләйлә Сәйфуллинаның йөрәгенә батарейкалар менән кардиостимулятор ҡуйылған.
Шулай ул оҙаҡ йылдар йәшәй, тормошҡа ҡыуана һәм зарланмай. Ә тағы ла күренекле яҡташы Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләй. Оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ һеҙгә, Ләйлә Сәғәҙи ҡыҙы!
Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән.