Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Август 2023, 10:00

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

...

Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 51-се саҡрымында ағымдағы йылдың 10 июлендә 01 сәғәт 40 минутта юл-транспорт ваҡиғаһы була. Ырымбур яғынан Өфө ҡалаһына йүнәлгән «Киа Сид» автомобиленә идара иткән водитель уң яҡ кюветҡа китеп түңкәрелә. Һөҙөмтәлә пассажирҙың ике балиғ булмаған балалары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе талап итә.
Наталья Дударева,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас