

Бөгөн иртән Иглин районының Аҡбирҙе ауылында аяныслы хәл булған. Ҡартатаһы менән өләсәһендә ял иткән сабыйҙар гаражда уйнап йөрөгән. Ҡайһылыр мәлдә өлкәне «Toyota RAV4» автомобилен ҡабыҙған һәм ҡуҙғалып киткән. Юлында торған 2 йәшлек ҡустыһын ҡапҡаға ҡуша ҡыҫҡан. Сабыйҙың башы һәм күкрәк ситлеге ҡыҫылған.
«Әлеге ваҡытта бәләкәй пациент менән реаниматологтар, нейрохирургтар, травматологтар, хирургтар, яңаҡ-йөҙ хирургтарынан торған мультидисциплиналы бригада шөғөлләнә. Балаға бөтә кәрәкле тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Малайҙың хәле бик ауыр тип баһалана. Бала реанимация бүлегенә оҙатылған, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә», — тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.