

Витаминдарға бай был емештең файҙалы үҙенсәлектәре, әлбиттә бының менән генә бөтмәй. Уны бауыр, бөйөр ауырыуҙарын дауалау, үт ҡыуыу сараһы булараҡ та эсергә кәңәш итәләр.
Гөлйемеш төнәтмәләре рецебын тәҡдим итәбеҙ, файҙаланып ҡарағыҙ, шифаһын үҙегеҙ күрерһегеҙ.
Иммун системаһын нығытыу өсөн
Организмдың иммун системаһын нығытыу өсөн даими рәүештә гөлйемеш емешенән әҙерләнгән сәй эсергә кәңәш ителә. Бының өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ ваҡланған гөлйемеш һалып, өҫтөн таҫтамал менән ябып, биш минут тоторға. Унан инде эсергә лә мөмкин. Тәм өсөн бер аҙ бал, лимон ҡушырға мөмкин.
✴️Тымауҙы һәм йүтәлде дауалау өсөн
🔹 Был осраҡта ҙур булмаған таҙа кәстрүлгә өс ҡалаҡ ваҡланған гөлйемеш һалып, өҫтөнә ике стакан һыу ҡойорға һәм талғын утта 15 минут самаһы бешерергә. Бер нисә ҡат һөҙгәндән һуң, ҡурай еләге ҡайнатмаһы йә бал ҡушып, көнөнә өс тапҡыр йылы килеш эсергә. Һалҡын тейеүҙең билдәләре юҡҡа сыҡһын өсөн бер-ике көн эсеү ҙә етә.
✴️ Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләү өсөн
🔹Ашҡаҙандың эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн, шулай уҡ аҙыҡ менән ағыуланғанда халыҡ рецебы буйынса әҙерләнгән түбәндәге дауаны ҡулланып ҡарағыҙ. Биш ҡалаҡ таҙартылған һәм ваҡланған гөлйемешкә өс стакан ҡайнаған һыу ҡойорға һәм шуны һыулы кәстрүл эсенә ултыртып, 20 минут талғын утта тоторға. Әҙер булғас, берәр ҡалаҡ ромашҡа һәм йәшел сәй өҫтәргә мөмкин. Бер сәғәт ҡапҡасын ябып төнәткәндән һуң, шифалы эсемлекте көнөнә өс – дүрт тапҡыр ашарҙан 20 минут алда эсергә була.
✴️Гипертониянан
🔹Ҡан баҫымы юғары булғанда көн һайын ике стакан гөлйемеш менән кишер һуты ҡушылған сәй эсергә кәңәш ителә. Уларҙың икеһе лә бер үк күләмдә алына.
‼️Тромбофлебит, эндокардит, шәкәр диабетынан ҡан әйләнеше насар булғанда, шулай уҡ айырым кешеләргә килешмәгән осраҡта, гөлйемеште дарыу урынына ҡулланыу тыйыла.
⚠️Табип менән кәңәшләшеү мөһим.