Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Июль 2023, 11:36

Шиңмәҫгөлдөң файҙаһы

Төнәтмәһен тәүбәндәгесә әҙерләргә мөмкин

Шиңмәҫгөлдөң файҙаһыШиңмәҫгөлдөң файҙаһы
Шиңмәҫгөлдөң файҙаһы

Шиңмәҫгөл (бессмертник) - был үләндән әҙерләнгән препараттар үт, ашҡаҙан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе һутының бүленеп сығыуын көсәйтә, ауыртыуҙы баҫа, үттең составын яҡшырта, бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалауҙа  ҡулланалар.Үт һәм бәүел ҡыуығында таш булғанда, колиттан, гастриттан, эс ҡатыуҙан, һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән, атеросклероздан, подагра һәм ревматизмдан  файҙаһы бар.
Төнәтмәһен тәүбәндәгесә әҙерләргә мөмкин:
Бер ҡалаҡ киптерелгән сәскәһенә  бер  стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта, ҡапҡасын ябып,  ярты сәғәт төнәтергә. Шуны өскә бүлеп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Бер стакан киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта 10 минут ҡайнатырға.  Һөҙөп,  көнөнә ике – өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда, үт ҡыуыу сараһы булараҡ,  ½  стакан эсергә.
Дауаланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

https://vk.com/bashkortvk

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас